Тормошоғоҙҙоң яңы битен асаһығыҙ, әммә туған гимназияғыҙҙы онотмағыҙ, һеҙгә үҙ күңеленең бер өлөшөн биргән остаздарығыҙ, уҡытыусыларығыҙ менән бәйләнеште өҙмәгеҙ. Тап улар ярҙамында һеҙ белемгә генә түгел, изге ҡиммәттәргә – дуҫлыҡ, ихлас аралашыу тәжрибәһенә эйә булдығыҙ, тәүге һынауҙарҙы еңергә өйрәндегеҙ, еңеү тәмен татынығыҙ. Һәм һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ: һеҙ – Беренселәр! – тине Азат Бадранов.