

– Улыма витамин бирегеҙсе!
– Ниндәйе кәрәк: “А”, “Б”, “С”?..
– Ниндәйе лә ярай, сөнки улым хәреф танымай әле...
***
– Атай, консерватор кем ул? – тип һорай икән Ғәли исемле малай.
– Консерва яратыусы кеше.
– Консерватория нимә була?
– Консерва эшләп сығарыу фабрикаһы.
***
Әсәһе ҡыҙын йоҡонан уята:
– Тор инде, төш етте!
Ҡыҙы:
– Ошо ваҡытҡа тиклем йоҡлатҡанһығыҙ! Иртәрәк уятһағыҙ булмаймы ни? Хәҙер инде тораһы ла килмәй... – тип яуап ҡайтара.
***
Аяҡтарын өҫкә күтәреп, тәҙрә төбөндә себен ята. Эргәһенән үтеп барған үрмәксе ҡыҙыҡһына:
– Аэробикамы?
– Юҡ, дихлофос!
***
– Их һин, сусҡа, кейемеңде бысратып ҡайтҡанһың бит.
Беләһеңме, сусҡа балаһы кем ул? – ти икән әсәһе малайына.
– Беләм, әсәй, сусҡа улы...
***