-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2022, 13:35

Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе—Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.

Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе—Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был көн йәмәғәтселеккә миһырбанлы, ғәҙел һәм имен йәмғиәт төҙөү өсөн балалар хоҡуҡтарын ихтирам итеү һәм яҡлау иң мөһим шарттарҙың береһе булыуын иҫтә тотоу өсөн булдырылған. Байрам көндө балаларҙы һуғыш хәүефенән яҡлауға, физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү—һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас