+10 °С
Ясно
Яңылыҡтар
3 Июня 2022, 05:26

«Өфө – арена»ла уҡыусыларҙың XI йәйге Спартакиадаһы башланды

Уҡыусыларҙың XI спартакиадаһы финалы 47 спорт төрө буйынса үтә. Финал ярыштары Рәсәйҙең 22 төбәгендә 25 майҙан алып 11 сентябргә тиклем барасаҡ. 494 комплект миҙал тапшырыласаҡ.  Башҡортостандың йыйылма командаһында 450-ҙән ашыу тренер һәм йәш спортсы. Яҡташтарыбыҙ спорт ярыштарының 43 төрөндә ҡатнаша. 

«Өфө – арена»ла уҡыусыларҙың XI йәйге Спартакиадаһы башланды«Өфө – арена»ла уҡыусыларҙың XI йәйге Спартакиадаһы башланды
«Өфө – арена»ла уҡыусыларҙың XI йәйге Спартакиадаһы башланды

Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин тәбрикләне. Спорт министры Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты Николай Озеров исемендәге миҙал менән бүләкләне, шулай уҡ республикабыҙҙың алдынғы тренерҙарына һәм уҡытыусыларына наградалар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Рәсәй уҡыусыларының XI йәйге спартакиадаһын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ауыл тренеры" проекты буйынса 600 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы.  Был проект 2020 йылда ресрублика етәксеһе тәҡдиме менән Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырыла башлағайны. 2022 йылдың тәүге яртыһында  cертификатты 20 райондан 50 тренер ала.  Тантаналы шарттарҙа Белорет районы спорт мәктәбенең ҡаяға үрмәләү буйынса тренеры Елена Коноплина, Учалы ҡалаһынан еңел атлетика буйынса тренер Таһир Мәхмүтов, Балтас районынан футбол буйынса тренер Арсен Латипов, Ишембай районының 2-се спорт мәктәбенән спорт көрәше (грек-рим) буйынса тренер Заһир Ғарипов бүләкләнде. Улар барыһы ла һәләтле йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә бар тырышлыҡтарын һалған етәкселәр.

Сараға данлы совет спортсылары – олимпия уйындары чемпионы Ирина Роднина, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили. Янығыҙҙа тренерҙар. Улар һеҙҙең өсөн бар көсөн, күңелен биреп эшләй. Һәр спортсыға ғәҙел көрәш теләйем. Башҡортостан, Рәсәй, алға!» - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас