
Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, әгәр ҙә Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы эксперт советында хупланған булһа, программа Рәсәйҙең барлыҡ фильмдарын, шул иҫәптән дәүләт ярҙамы күрһәтелмәгәндәрен дә үҙ эсенә ала.
Михаил Мишустин санкция шарттарында Рәсәй иҡтисадының тотороҡлоғон күтәреү буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында хәбәр итеүенсә, йәштәр льготалы нигеҙҙә хәҙерге Рәсәй кинотаҫмалары менән таныша аласаҡ, ә кинобизнес хәҙерге заман шарттарында килеп тыуған ҡатмарлыҡтарға күрә, бынан үҙенә тик ярҙам ғына аласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ фильмдарын күрһәтеү менән кинопрокатҡа ярҙам итеү кәрәклеге хаҡында әйтте. Элек был программа Мәҙәниәт һәм Кино фонды, шулай уҡ төбәктәр ҡатнашлығында төшөрөлгән кинофильмдарға ғына ҡағыла ине.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Пушкин картаһы" - йәштәр өсөн махсус банк картаһы, уның менән театрҙарға, музейҙар, концерт залдары, кинотеатрҙарға түләп инергә була. Бындай карталарға дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса йүнәлтелә.
Программа 2021 йылда дәүләт башлығы Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә эшләй башланы һәм һорау менән файҙалана ла инде. Уҙған йылдың дүрт айында унда 3,7 миллион самаһы кеше ҡатнашҡан, улар ике миллиард һумдан ашыу билет һатып алған.
Йыл башынан алып "Пушкин картаһы" номиналы йылына өс меңдән биш мең һумға тиклем арттырылған, шуның ике мең һумын кинотеатрҙарға йөрөү өсөн тотонорға мөмкин, тип хәбәр итә РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан