

Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының “Медиайыйын”ының секциялары үҙ эшен дауам итте. Уларҙа ҡатнашыусы спикерҙар оҫталыҡ дәрестәренең темаларына ярашлы фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев “Медиапатриотизм” темаһына оҫталыҡ дәресендә сығыш яһап, бөгөнгө журналистиканың төп йүнәлештәре, ул таянырға тейешле ҡиммәттәр тураһында әйтеп үтте. “Бөгөн беренсе булып хәбәр итеү түгел, дөрөҫ хәбәр еткереү мөһимерәк”, - тине ул үҙ сығышында.