-1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2022, 08:54

Уҡытыусылар һәм педагогтар артыҡ отчет биреүҙән азат ителә

Депутаттар Рәсәй уҡытыусыларын артыҡ отчет биреүҙән азат итергә ниәтләй.

Уҡытыусылар һәм педагогтар артыҡ отчет биреүҙән азат ителә
Уҡытыусылар һәм педагогтар артыҡ отчет биреүҙән азат ителә

Депутаттар Рәсәй уҡытыусыларын артыҡ отчет биреүҙән азат итергә ниәтләй. Сираттағы пленар ултырышта Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеү тураһында закон проектын ҡабул итте.

Документта Рәсәй Мәғариф министрлығын мәктәп тапшырған отчет документтарының аныҡ исемлеген раҫларға мәжбүр иткән аныҡ нормалар әҙерләргә тәҡдим ителә. Был педагогтарға иғтибарын мәктәп уҡыусыларына белем һәм тәрбиә биреүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Төҙәтмәләр «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы законға индерелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-10/uchitelya-i-pedagogi-budut-osvobozhdeny-ot-izlishney-otchetnosti-2836909

Автор: ИА "Башинформ"
Читайте нас: