0 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Июня 2022, 04:33

Ғафури районында «Табын-фест» ойошторола

Башҡортостандың Ғафури районында, Имәндәш  ауылы янында, 17 һәм 18 июндә «Табын-фест» йәштәр фестивале уҙғарыла. Унда республиканың 10 районынан һәм Рәсәйҙең өс төбәгенән йәштәр делегациялары ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғафури районында «Табын-фест» ойошторолаҒафури районында «Табын-фест» ойошторола
Ғафури районында «Табын-фест» ойошторола

Ҡатнашыусыларҙы ҙур танып-белеү, күңел асыу программаһы көтә. Заман йәштәре өсөн көнүҙәк йүнәлештәр буйынса төрлө белем биреү майҙансыҡтары, спорт ярыштары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмә-презентациялары, һәүәҫкәрҙәр концерты. Бынан тыш, «Табын батыры» һәм «Табын һылыуҡайы» конкурстары үткәрелә.

Шулай уҡ «Табын-фест - 2022» фестивалендә ҡатнашыусылар «Батырҙар хәтере» стелаһын асыуҙа ҡатнаша.

сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir. 

Автор:ҠОРОЛТАЙ
Читайте нас