+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь , 10:08

Айнур Асҡаров Минскиҙа Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильм төшөрә

Минскиҙа Мостай Кәримдең  «Ярлыҡау» повесы буйынса фильм төшөрәләр. Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итте.

Айнур Асҡаров Минскиҙа Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильм төшөрә
Айнур Асҡаров Минскиҙа Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса фильм төшөрә

Минскиҙа Мостай Кәримдең  «Ярлыҡау» повесы буйынса фильм төшөрәләр. Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итте.

«Команда шәп, йәш, матур актерҙар. Сценарий авторы — дуҫым Айҙар Аҡманов, рәссам Вячеслав Виданов, оператор Андрей Макаров. Алда беҙҙе 17 смена көтә. Әгәр барыһы ла планға ярашлы барһа, 7 июлгә тиклем бында булабыҙ, — тине Айнур Асҡаров. —  Ҡыҫҡаһы, әҫәрҙең төп идеяһы — әхлаҡ һәм закон бәрелеше».

Фильм өҫтөндә «Беларусь кино» һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор» студияһы эшләй. Бер йылға яҡын сценарий өҫтөндә эш алып барылды, тип белдерҙе Айҙар Аҡманов. Әйткәндәй, ул Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса фильмдар өҫтөндә тәүгә эшләмәй («Һеңлекәш», «Өс таған»).

Төп ҡатын-ҡыҙ ролен, Мария Терезаны, Өфө уҡыусыһы, Константин Хабенский ойошторған студияны тамамлаған Йәмилә Мөҙәрисова уйнай. Фильмда Рәсәй актерҙары ла бик күп. Мәҫәлән: Казарин ролен грузин-испан тамырҙары булған актер Гела Месхи башҡара. Юрий Лопарев — Буренкинды, Александр Новиков — Любомир Зухты, Николай Ғәләмов Йәнтимер Байназаровты уйнай.

Ҡышҡыһын фильмды Петербургта төшөрәләр. Эште 2023 йылда тамамлау күҙаллана.

«Ярлыҡау» лирик повесы — Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең уҙған быуаттың 80-се йылдарында ижад иткән күренекле әҫәрҙәренең береһе. «Ярлыҡау» повесы реаль ваҡиғаларға таянып яҙылған. Фажиғәгә әүерелгән романтик тарих, һуғыштың кешелекһеҙ асылына ҡаршы протест һәм уның геройҙарын да, ғәйепһеҙ ҡорбандарҙы ла онотмаҫҡа саҡырыу ул.

Автор:Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-06-16/v-minske-idut-s-yomki-filma-aynura-askarova-po-povesti-mustaya-karima-pomilovanie-2842532

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас в