+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь , 10:42

Һауа торошо

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 20 июндә, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡ-көнбайышта урыны менән көслө ямғыр яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +17, +22 градус була.

Һауа торошо
Һауа торошо

Бөгөн республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡ-көнбайышта урыны менән көслө ямғыр яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +17, +22 градус була.

Шишәмбе, 21 июндә, төндә республикала, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус.

Шаршамбы, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +8, +13, көндөҙ +21, +26 градус йылы.

сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-06-20/bash-ortostanda-y-a-va-ytly-yam-yr-y-shen-m-bo-borsa-k-t-l-2847223 

Автор:Башинформ
Читайте нас в