+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь , 09:48

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн республикала берҙәм ышаныс телефоны эшләй.

8-800-2000-122 (шылтыратыу бушлай һәм аноним).Башҡортостанда балалар ышаныс телефоны, илебеҙҙең күп төбәктәрендәге кеүек, 2010 йылда Рәсәй балаларҙы яҡлау фонды һәм Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам фонды тәҡдиме менән ойошторола. Ул Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенә ҡарай.

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн республикала берҙәм ышаныс телефоны эшләй.
Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн республикала берҙәм ышаныс телефоны эшләй.

Иң күп шылтыратыуҙар тәүлектең, йылдың билдәле бер ваҡытына тура килә. Йыл һайын хеҙмәт 22 меңдән ашыу, ә 2022 йылдың 1-се кварталында ғына 8 меңдән ашыу кешенән мөрәжәғәт ҡабул иткәндәр. Шуларҙың 70-80 проценты — балалар һәм үҫмерҙәр. 
Төрлө йәштәге балаларҙы борсоған төп проблема ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәргә, тиҫтерҙәре, уҡытыусылар менән мөнәсәбәттәрҙә килеп тыуған ауырлыҡтарға, уҡыу программаларының ныҡ ауыр булыуына, уҡытыусыларҙың артыҡ талаптар ҡуйыуына, шулай уҡ ҡаршы енес вәкилдәре менән мөнәсәбәттәрҙәге проблемаларға бәйле.
Дуҫтар, һеҙҙе ныҡ борсоған, әммә иң яҡын кешеләренә лә һөйләргә тартынған, оялған йәки ҡурҡҡан эс серҙәрегеҙ, һорауҙарығыҙ булған мәлдә Балалар ышаныс телефонына шылтыратығыҙ. Унда ла мөрәжәғәт итергә оялаһығыҙ икән, серегеҙҙе икенсе кеше исеменән, йәғни берәй танышығыҙ менән булған хәл, тип тә әйтергә мөмкин. «Уға нимә эшләргә икән?» – тип һорағыҙ. Мотлаҡ дөрөҫ кәңәш аласаҡһығыҙ.
Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, конфиденциаллек һаҡлана: йәғни һеҙҙең серегеҙ тураһында ышаныс телефоны буйынса яуап биреүсе психологтан башҡа бер кем дә белмәйәсәк. Ышаныс телефонына республиканың теләһә ҡайһы ҡалаһынан, ауылынан да шылтыратырға мөмкин. Шулай булғас, тартынмағыҙ, дуҫтар. Һеҙ бер ҡасан да яңғыҙ түгел һәм тормошта хәл ителмәҫлек бер мәсьәлә лә юҡ ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала балаларға ҡарата ҡылынған ҡот осҡос енәйәттәр тураһында йыш ишетәбеҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар хоҡуҡтары боҙолғанын аңлап, ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә өйрәнһен ине. Атай-әсәйҙәр ҙә, 8-800-2000-122 һандарына шылтыратып, балалар менән килеп сыҡҡан аңлашмаусанлыҡтар буйынса кәңәш һорай ала.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в