-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2022, 14:40

"Аҫылташ"тың юбилей форумы Йылайыр районында үтәсәк

Форум “Дуҫлыҡ” балалар лагеры биләмәһендә 21 июлдән 24 июлгә тиклем үтә. Форумдың төп маҡсаты – йәштәрҙе бер­ләштереү, уларҙа лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, грант яҡлауға тиклем юлдарын өйрәтеү, берҙәм команда туплау, аралашыу һәм осрашыу майҙансығы булдырыу, халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, арттырыу.

"Аҫылташ"тың юбилей форумы Йылайыр районында үтәсәк
"Аҫылташ"тың юбилей форумы Йылайыр районында үтәсәк

"Аҫылташ-2022" өс йүнәлеш буйынса эшләйәсәк: 1) Арт-майҙансыҡ; 2) Карьера үҫеше; 3) Йәш лидер майҙансығы.

Шулай уҡ форумда "этно-көн" буласаҡ. Был көн төрлө лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре,  яндан уҡ атыу, этно-йәрминкә һ.б. ойошторола. 

Ҡатнашыусыларҙың үҙ проекттарын тәҡдим итеп, уны яҡлағас, 10 меңдән 30 меңгә тиклем грант отоу, консультация, башҡа төрлө ярҙам алыу мөмкинлеге бар.

 

"Аҫылташ-2022" командаһына эләгергә теләүселәргә ошо https://clck.ru/qsiMb   буйынса үтергә кәрәк.  

"Аҫылташ"тың юбилей форумы Йылайыр районында үтәсәк
"Аҫылташ"тың юбилей форумы Йылайыр районында үтәсәк
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: