+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2022, 15:55

24-26 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла.

24 июндә фестиваль «Башҡортостанда тыуғандар» программаһы менән асыла. Унда төрлө миҙгелдәрҙә «Голос» шоуында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ сығыш яһай.

24-26 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла.
24-26 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла.

Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестрын тыңларға мөмкин. Беренсе көндө хедлайнерҙары —  «ТенорА XXI века» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө.

Форумдың икенсе көнөндә, 25 июндә, «Симфоник төн» Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры башҡарыуында донъя классикаһы шедеврҙарын тәҡдим итә. Дирижер пульты артында — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

«Евразия йөрәге-2022» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты 26 июндә була һәм Йәштәр көнөнә арнала. Был көндө республикабыҙҙың йәш артистары сәхнәгә сыға. Улар араһында бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle һәм башҡалар бар. Тамашасылар алдында шулай уҡ «Бишбармаҡ» һәм «Дәрүишхан» төркөмдәре сығыш яһай. Бынан тыш, Бүрәт Республикаһының «Намгар», этно-төркөмө, Ҡаҙағстандың «HasSak» этно-фольк төркөмө сағыу номерҙар менән ҡыуандырмаҡсы.

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концертының хедлайнерҙары — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов (Трофим) һәм Дима Билан. Фестиваль байрам фейерверкы менән тамамлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-06-15/stali-izvestny-hedlaynery-festivalya-serdtse-evrazii-2022-2840501

Автор:Башинформ
24-26 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла.
24-26 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла.
24-26 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла.
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: