-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2022, 11:23

Донбасс балалары Башҡортостан вуздарында уҡырға мөмкин

Башҡортостанға Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығынан Донбаста мәктәп тамамлаған йәштәрҙе уҡытыу өсөн квота бирелә. Был хаҡта журналистарға республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләне. «Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан бер нисә егет һәм ҡыҙ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләүен белдерҙе. Уларға бюджет урындары бүленә», — тине Хажин.

Донбасс балалары Башҡортостан вуздарында уҡырға мөмкин
Донбасс балалары Башҡортостан вуздарында уҡырға мөмкин

Башҡортостанға Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығынан Донбаста мәктәп тамамлаған йәштәрҙе уҡытыу өсөн квота бирелә. Был хаҡта журналистарға республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләне.

«Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан бер нисә егет һәм ҡыҙ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләүен белдерҙе. Уларға бюджет урындары бүленә», — тине Хажин.

Мәғариф министры һүҙҙәренсә, Башҡортостанға ял итергә бик күп балалар килә. Улар Өфөнөң юғары уҡыу йорттары менән таныша, бында яҡшы һөнәр алып сығырға мөмкин икәнен күрә.

«Квотаны арттырырға кәрәк тип иҫәпләйем һәм федераль үҙәк беҙгә ҡаршы килмәҫ тип ышанам», — тине республиканың мәғариф министры.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостанда ял иткән Луганск Халыҡ республикаһы балалары Красный Луч ҡалаһына ҡайтып китте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-28/zhitelnitsa-bashkirii-podelilas-sekretami-vyraschivaniya-rekordnyh-urozhaev-klubniki-2855289

Автор: Башинформ
Читайте нас: