-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2022, 12:35

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 12 полилингваль гимназия төҙөләсәк!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БСТ телеканалына биргән интервьюһында бәләкәй сағында, ауылда йәшәгәндә башҡортса ғына һөйләшеүе хаҡында әйтте.

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 12 полилингваль гимназия төҙөләсәк!
Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 12 полилингваль гимназия төҙөләсәк!

“Хәҙер ҙә башҡорт телендә һөйләшкәндә ҡәнәғәтлек кисерәм. Халыҡ менән туған телдә аралашһаң, уларға ихтирам күрһәтәһең. Был минең өсөн бик мөһим” – тип билдәләне Радий Фәрит улы.

Уның фекеренсә, телдәрҙе тәрән өйрәнеүгә иҫәпләнгән полилингваль гимназиялар төҙөү – милли  сәйәсәттең мөһим күрһәткесе.

Быға тиклем республикала өс башҡорт , бер татар полилингваль гимназияһы төҙөлдө. Артабан шулай уҡ сыуаш, мари полилингваль гимназиялары төҙөләсәк. Ғөмүмән, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 12 полилингваль гимназия  асыу планлаштырыла. Шул иҫәптән, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа асыласаҡ.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: