+23 °С
Ясно
Яңылыҡтар
1 Июля 2022, 06:52

12 йәшлек герой

Радмир Хөснөтдинов  батып барыусы ике кешене ҡотҡарған!

12 йәшлек герой12 йәшлек герой
12 йәшлек герой

Радмир Хөснөтдинов  Стәрлетамаҡ ҡалаһының 6-сы гимназияһында уҡый. Йәйге каникулын Красноусолда үткәрә. Улар көндә дуҫтары менән күпер янында Усолка йылғаһында һыу инә, балыҡ тота.

Бер мәл Радмир, һыу өҫтөндә сәйер тауыштар ишетә һәм һыуҙа бөтә көсөнә һауа һуларға һәм һыу өҫтөндә сығырға маташҡан малайҙы күрә.

Йәш ҡотҡарыусы юғлып ҡалмайынса ярҙамға ашығы.  Батып барған бала яғына өрөп тултырмалы ҡотҡарыу түңәрәген ырғыта, тегеһе уға шунда уҡ йәбешә. Ләкин шул ваҡытта улына ярҙамға атаһы килеп етә. Эргәлә яҡын кешеһен күргән бала паникаға бирелә һәм ҡотҡарыу түңәрәген этәп ебәреп атаһына  йәбешә. Ир аяҡтары менән йылға төбөнә баҫып ҡарай, ләкин бушҡа була, ҡулдарына аҫылынған бала уға ярға табан йөҙөргә бирмәй. Радмир күп уйлап тормай өрөп тултырылған түңәрәкте батып барыусылар янына алып барып, уларҙы һөйрәп сығара.

Йәш ҡотҡарыусы үҫкәс программист  булырға хыяллана.

Дуҫтар, һыу ингәндә уяу булығыҙ, һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған һәм үҙегеҙгә билдәһеҙ урындарҙа һыу инмәгеҙ.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас