Өфөнән 10 йәшлек Регина Хужина "Ер шары йәш мисы" титулына һәм Пьер Кардендың алтын миҙалына лайыҡ булды.
Мәскәүҙә үткән мода донъяһы Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап матурлыҡ конкурсы үткәрелҙе. Ошо бәйгелә “Аманат”тың постерында сыҡҡан ҡыҙ Өфөнән 10 йәшлек Регина Хужина ҡатнашты. Ул "Ер шары йәш мисы" титулына һәм Пьер Кардендың алтын миҙалына лайыҡ булды.
Регина Хужина баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында белем ала. Шул уҡ ваҡытта балалар студияһында ла теләп шөғөлләнә.