

– Ҡарбуздың ҡабығы ялтырап торорға, ярылған урындары булмаҫҡа тейеш.
– Ҡарбузды шаҡып ҡарағанда, ул яңғырап торорға тейеш, әгәр тауыш тоноҡ булып сыға икән, ундай ҡарбузды алмағыҙ, ул йә өлгөрмәгән, йә боҙола башлаған.
– Һары табы 5-10 сантиметрҙан да ҙурыраҡ булмаһа яҡшы, сөнки был осраҡта ҡарбуз күпмелер ваҡыт ҡояшһыҙ урында өлгөргән була.
– Емеште ҡыҫып ҡарағанда сатнау тауышы сыҡһа, был яҡшы ҡарбуз (ҡыҫҡанда ғына саманы белеп ҡыҫығыҙ).