+6 °С
Ясно
Яңылыҡтар
12 Июля 2022, 04:53

БДУ-ның журналистика бүлегендә 15 бюджет урыны булдырылды

Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә 15 бюджет урыны булдырылды. Һигеҙе "Юашҡорт телендә киң матбуғат саралары хәбәрсеһе" профиленә, ҡалған етеһе - "Телевидение һәм радио киң мәғлүмәт саралары продукцияһын етештереү" профиленә  документтар тапшырған абитуриенттар өсөн. Маҡсатлы килешеү нигеҙендә ике кешене ҡабул итеү мөмкинлеге бар. 

БДУ-ның журналистика бүлегендә 15 бюджет урыны булдырылдыБДУ-ның журналистика бүлегендә 15 бюджет урыны булдырылды
БДУ-ның журналистика бүлегендә 15 бюджет урыны булдырылды

Шулай уҡ "Журналистика" йүнәлешендә бакалавриат кимәлендә түләүле нигеҙҙә яңы профиль асылды "Көнсығыш телдәрен тәрәнәйтеп өйрәнеүгә ҡоролған журналистика". 

Юашҡорт дәүләт университетында быйыл 3027 бюджет урыны (филиалдар менән бергә) булдырылған, уларҙың 2142-һе -көндөҙгө, 675-е ситтән тороп уҡыу бүлектәре өсөн тәғәйенләнгән. Бакалавриат һәм специалитетҡа бюджет нигеҙендә уҡырға инеү өсөн документтар - 25 июлгә, магистратураға - 9 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас