+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
18 Июля 2022, 07:25

“Күңелле йәйем” конкурсына

Йәй -иң күңелле миҙгелдәрҙең береһе. Каникулдар булуына ҡарамастан, беҙҙең уҡыусылар мәктәп баҡсаһында эшләйҙәр. Йәшелсәләргә, сәскәләргә һыу һибәләр, сүптәрҙе утайҙар.Уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың тырышлығы арҡаһында ,бөтә ер сәсәктәр гөлләмәһендә ултыра.Ҡүҙҙең яуын алырлыҡ, ниндәй генә сәсәк юҡ унда!Әйтерһең дә ,әҡиәттәге һымаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Күңелле йәйем” конкурсына“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына

Каникулдың беренсе көндәре шатлыҡлы хәбәрҙәр менән башланып китте. Өфәлә"Торатау" Конгресс - холлында донья халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙеӊ «Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара конкурсында беҙҙең ҡурсаҡ театры артисттары ла ҡатнашты. Беҙҙең уҡыусылар Мансурова Зөлфиә Йәмил ҡыҙы етәксеһендә беренсе урынды яуланылар.
5-9 июндә Туймазы ҡалаһында Аркадий Гайдар исемендәге балалар һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә «Хәүефһеҙлек мәктәбе» ярыштары үтте. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары райондың данын яҡланылар. Ярыштарҙың программаһы ун төр һынауҙан торҙо. Беҙҙең уҡыусылар бөтә һынауҙарҙы ла үтеп сыҡтылар.
Укыусылар менән төрлө саралар ҙа үткәрелә. Мәҫәлән,“Йәшел биләмә" акцияһына ҡушылдыҡ. Балалар дарыу үләндәрен йыйҙылар.Уларҙы нисек йыйыу ҡағиҙәләре менән таныштылар.Йомаҡтар систеләр.
Беҙҙең Уран ауылы мәҙәниәт йортонда музей асылды. Бында төрлө фотоһүрәттәр, альбомдар, документтар, этнографик материалдар тупланған. Ҡаран һәм Уран ауылдарының килеп сығышы, колхоздарҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышырға мөмкин. Бигрәктә, уҡыусылар "Ҡаран мәктәбе тарихы" экспозицияһын ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Шулай уҡ , унда Ҡаран балалар баҡсаһы, Бүздәк ауыл хужалығы колледжы тураһында тарихи документтар табарға мөмкин. Һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә ҙур урын бүленгән. Ата-бабаларыбыҙҙың тормошо һәм көнкүреше тураһында бай этнографик материалдар тупланған.
Ә кистәрен саф һауала төрлө спорт уйындарын уйнарға онотмайбыҙ.Айырыуса, балалар футбол, волейбол уйындарын яратып уйнайҙар.Төрлө спорт ярыштарында еңеү яулап торалар.Мәҫәлән, районыбыҙҙа Йәштәр көнөнә бағышланған стритбол буйынса мәктәп командаһы еңеүсе булды.

“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
“Күңелле йәйем” конкурсына
Автор:Бүздәк районының Ҡаран мәктәбе уҡыусылары
Читайте нас