

Әҙерләү:
Ҡарбуздың йомшаҡ ерен шаҡмаҡлап турайбыҙ, емештәрен алабыҙ. Шәкәр менән бутап 2-3 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Һуңынан һутын һарҡытып сироп эшләйбеҙ . Ошо сиропты ҡарбузға ҡойоп ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ. Ҡайнатманы уттан алып 8-10 сәғәткә һыуынырға ҡуябыҙ.
Һыуынғандан һуң тағы бер тапҡыр ҡайнатып сығарабыҙ һәм 3-5 сәғәткә һыуынырға ҡуябыҙ. Шунан ванилин, лимон һуты өҫтәп 3-5 минут йәнә лә ҡайнатып алабыҙ.
Ниһайәт кайнатмабыҙҙы стерилизацияланған банкаларға тултырып, ҡапҡастар менән ябып ҡуйһаҡ та була!
Аштарығыҙ тәмле булһын!