+25 °С
Ясно
Яңылыҡтар
27 Июля 2022, 09:44

27 июлдән 1 авгусҡаса Башҡортостанда ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе янғын сығыу хәүефе хаҡында иҫкәртәләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, 27 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә.

27 июлдән 1 авгусҡаса Башҡортостанда ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә27 июлдән 1 авгусҡаса Башҡортостанда ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә
27 июлдән 1 авгусҡаса Башҡортостанда ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә

Шуның менән бәйле ведомствола республика халҡына һәм ҡунаҡтарына ошондай кәңәштәр бирәләр:

— урманда йәки торф ятҡылыҡтарында (хатта һыу ятҡылыҡтары янында) усаҡ яҡмаҫҡа;

— баҫыуҙарҙа йәки аҡландарҙа ҡоро үләнгә ут төртмәҫкә. Башҡаларҙың шулай эшләгәнен күрһәгеҙ, уларҙы туҡтатырға һәм үрт һалыуҙың нимәһе менән ҡурҡыныс икәнен аңлатырға тырышығыҙ;

— һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө йәки шырпы ташламаҫҡа;

— автомобиль һәм мотоцикл менән урманға инмәҫкә — тауыш йотҡостоң осҡондары янғынға сәбәпсе булыуы ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-27/s-27-iyulya-po-1-avgusta-v-bashkirii-ozhidaetsya-chrezvychaynaya-pozharoopasnost-2887389

Автор:Башинформ
Читайте нас