+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
27 Июля 2022, 07:21

Һанашмаҡ

Аладан- баладан,  Бесәй йөрөй йылғанан. Сәүкә, сыпсыҡ, Һин ҡал был сыҡ!

ҺанашмаҡҺанашмаҡ
Һанашмаҡ

Ырғанан, мырғанан,
Бесәй йөрөй ҡолғанан.
Бесәй түгел, ата-ҡаҙ, 
Ата-ҡаҙҙың башы таҙ.
Аҡ сәйнүккә һалдым.
Нисә булды?
Йөҙ булды.
Әтәлсек, мәтәлсек,
Һиңә тура килде, сыҡ!
***
Һин-әбәк!
Гөр-гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә, 
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем!
***
Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем, тауш миңә күкәй бирҙе, аны кертеп ҡаҙанға һалдым, лағор-лоғор ҡайнаны, үҙем киттем баҙарға, аҡ суҡ, ҡара суҡ, бында торма, бар сыҡ.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас