+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
27 Июля 2022, 05:48

Башҡортостан Башлығы стипендияһының күләме арттырылды

Башҡортостанда колледж студенттары өсөн республика Башлығы стипендияһының күләме арттырылды.

Башҡортостан Башлығы стипендияһының күләме арттырылдыБашҡортостан Башлығы стипендияһының күләме арттырылды
Башҡортостан Башлығы стипендияһының күләме арттырылды

Башҡортостанда дәүләт колледждарының һәләтле студенттарына булышлыҡ итеү өсөн республика Башлығы стипендияһы күләме 2300 һумдан 4900-гә тиклем арттырылды.

Был хаҡта ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Айбулат Хажин билдәләүенсә, стипендиялар һаны ла артҡан.  2021 йылда улар 107 булһа, 2022 йылда иһә 150.

«Улар 1 сентябрҙән түләнә башлай. Хәҙер 2022-2023 уҡыу йылында стипендияға дәғүә итеү асыҡ конкурс уҙғарыла», — тип өҫтәне министр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-25/v-bashkirii-vyros-razmer-stipendiy-glavy-respubliki-dlya-studentov-kolledzhey-2884996

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас