

Өфөнөң Софья Перовская һәм Аврора урамдары киҫелешендә ҡатынды һәм алты йәшлек баланы тапатҡандар. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте.
Ведомство башлығы телеграмда яҙыуынса, фажиғә бөгөн ҡаланың Киров районында теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, йәйәүлеләр Nissan Juke автомобиле тәгәрмәсе аҫтында ҡалып йән биргән.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, тип өҫтәне Владимир Севастьянов.
Nissan Juke автомобиле менән 28 йәшлек ҡатын идара иткән. Салонда 5 йәшлек улын ашатып килгән. Светофорҙың йәшел төҫө янғанда "зебра" буйлап урамдың икенсе яғына сығып барған 38 йәшлек ҡатынды һәм уның 6 йәшлек улын күреп ҡалғас автомобилден тормоз менән газды бутаған... Йәйәүлеләр шунда уҡ йән биргән, тип хәбәр итә КП-Уфа