+22 °С
Ясна
559/560-сы поезд популяр ял итеү урынына 31 июлдә, 3, 5, 8, 10, 13, 18, 19, 24, 26, 29, 31 августа, 3, 5, 8, 10, 13 сентябрҙә юллана.
Башҡортостандың баш ҡалаһына состав 2, 5, 7, 10, 12, 15, 20, 21, 26, 28, 31 августа, 2, 5, 7, 10, 12 һәм 15 сентябрҙә юлға сыға.
«Юлда төп туҡталыштар — Һамар, Һарытау, Волгоград, Сальск, Краснодар, Горячий Ключ, Лазаревская һәм Адлер. Пассажирҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып, маршрутҡа купе һәм плацкарт вагондар индерелде», — тип билдәләнеләр Куйбышев тимер юлында.