+22 °С
Ясна
* Кистән аяҙ булһа, иртән дә аяҙ килә.
* Кишер япрағы шиңһә, ямғыр яуыр.
* Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон була.
* Көҙ килеше йәйенән билдәле.
* Көҙ көнө ағас япраҡтары ҡойолмаһа, халыҡҡа ауырлыҡ.
* Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
* Көҙгө һыуыҡтан көнлөк ҡас.
* Көҙҙән иртә ҡар яумаһа, алғы йәйҙе иген уңышы насар булыр.
* Көҙ арттан ҡараһа, аяҙ булыр.
* Көҙ аяҙ булһа, аҙыҡ аҙ булыр.
* Көн елләһә, ямғыр булыр.
* Көн ҡыҙҙырһа, ямғырға була.
* Көндөҙ болотлап, кис елләһә — көн һыуытыр.
* Көнсығышынан ел сыҡһа, ямғырға.
* Күк иртә күкрәһә, яҙ иртә килер.
* Ҡабаҡ япрағы остан ҡойолһа, ҡыш оҙон була.