+22 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август , 14:59

Альбина Килдейәрова

Тамъян ырыуы ҡыҙы, билдәле эстрада йырсыһы Альбина Килдейәрова 1982 йылдың 7 октябрендә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында тыуған. “Гәлсәр һандуғас-2007”, “Башҡорт йыры- 2020” телевизион конкурсы, “Туған тел Милли премия” музыкаль фестивале лауреаты, Эске эштәр министрлығынан, Төрлө Хәйриә ойошмаларынан бик күп Рәхмәт хаттарына эйә.

Альбина Килдейәрова
Альбина Килдейәрова

Сибай гимназияһының математика класын тамамлай. Иң алдынғы уҡыусыһын “Альбина мәктәпте тамамлағас, математика фәнен һайлар,” – тип, уҡытыусыһы ҙур өмөттәр бағлай. Ә ҡыҙҙың йырсы булыу хыялы көслө була.

Магнитогорск дәүләт университетына документтарын тапшыра. Әммә баллдар тулмау сәбәпле, уҡырға инә алмай. Шулай ҙа ваҡытын әрәм итмәҫтән, ошо уҡ юғары уҡыу йортоноң әҙерлек курстарына йөрөй башлай. Магнит ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда йыр-моң менән шөғөлләнә торған “Аҡсарлаҡ” түңәрәге эшләүен ишетеп ҡалған Альбина, ихласлап, моң донъяһына сума. Үҙе кеүек үк, йыр-моң һөйөүсе әхирәттәр ҙә таба.

Бер заман, айырыуса яҡын күргән, үҙе уңған, үҙе шәп йырсы, үҙе бейеүсе әхирәте Фирүзә, тыуған яғына ҡунаҡҡа алып ҡайта. Уларҙың өйҙәрендә тоҡомло ҙур эт йәшәгәнен белә Альбина. Ул эт йораты ғаилә ағзаларына ташланып, талап бөткән булһа ла, ни эшләптер һаман өй эседә бергә йәшәп ята.   

“–Әхирәтемә йыш ҡайта инек. Уларға барған ваҡытта эттәрен гел бәйләп ҡуялар. Минең күп килеүгә эт тә өйрәнеп киткәндәй булды. Шулай тип уйлап, хужалар, бер ҡайтҡанымда этте бөтөнләй бәйләмәне. Юлдан ғына килеп, тәмле итеп сәй эсеп ултырабыҙ. Эт тыныс ҡына йөрөнө-йөрөнө лә, көтмәгәндә, миңә ташланмаһынмы?!. Ҡулымды ҡаты итеп, тешләп алды. Эт менән тартҡылаша торғас, ауыҙынан ҡулымды бөтөн көсөмә тартып алдым. Ҡулымды күтәреп ҡараһааааммм! Фонтанмы ни! Ҡан урғыла ғына! Бер бармаҡ юҡ... Эттең ауыҙында ҡалған. Шул саҡ башымдан уй үтте: “Мин йырсы булырға хыяллана инем бит... Бер бармаҡһыҙ көйө сәхнәлә нисек йөрөрмөн дә, нисек итеп микрофонды тотормон һуң!?.” Ҡурҡышымдан аҡырып илай башланым...

Ул күңелһеҙ ваҡиға шуның менән тамамланды. Ошоға тиклем минең бармағым юҡлығын бер кем дә белмәй. Сөнки мин уны микрофон тотоп, сәхнәгә сыҡҡанда йәшереп ҡуям. Хатта бергә аралашҡан артистар араһында ла һиҙмәйҙәр. Хәҙер бына “Аманат” уҡыусыларына серемде систем инде. Минең баш бармағым юҡ. Бармағымды эт ашаны!..

Бала саҡта ныҡ шыян инем. Бер заман һыбай йөрөп, һыйыр көтөүе көтәм. Ярҙамға, тиҙләтеп, ҡустым килеп етте. Икәүләп, көтөү көтәбеҙ. Бер заман, уйынға онотолоп, кеше кәбәндәрен туҙҙыра башланыҡ. Шаяра торғас, ныҡ бейек бер кәбән башынан ҡолап төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғаным. Иҫемде юғалтҡаным. Ҡустым, битемә һуҡҡылап, иҫемә килтергән, “ – тип бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаша йырсы.

Альбина апайығыҙҙың мажаралары донъяға тыуғас та башланған булған. Уны бала табыу йортонда уҡ, яңылыш, күрше ҡыҙы менән алмаштырғандар. Ул өс йәшенә тиклем күрше ғаиләлә йәшәй. Хәл былай була...

1982 йыл. Әбйәлил районының Ҡушый ауылындағы йәш ғаилә – Зәйнәп менән Юлай –  тәүге сабыйын көтә. Бер көндө буласаҡ әсә, кинәт кенә ауырый башлай. Ире Юлайға: “Бәпәйебеҙҙе алып ҡайтырға ваҡыт етте,” – ти, Зәйнәп. Ҡатынының хәлен аңлап алған Юлай, хафаланып, машина эҙләргә тышҡа атыла. Урамда ул күршеһе Уралды осрата. Уның ҡатыны ла бәпәйгә ауырып киткән икән. Ауылда дауахана юҡ. Бер аҙҙан, ирле-ҡатынлы ике йәш ғаилә, район үҙәгенә елдерә, әммә район үҙәге Асҡарҙа уларҙы ҡабул итмәйҙәр.

– Улай булғас, әйҙә, Магнитҡа, – ти, улар бер тауыштан. Әммә бәпәйҙәре, бына-бына тыуыр минуттарын белдерә башлай. Магнит ҡалаһына барып өлгөрмәйәсәктәрен аңлаған буласаҡ атайҙар, машиналарын юл ыңғайында ятҡан “Ҡыҙыл Башҡортостан” совхозы дауаханаһына турылай.

Шулай итеп, 15 минут ваҡыт айырмаһы менән, ут күршеләрҙең бер үк ваҡытта ҡыҙ балалары донъяға килә. Шәфҡәт туташы, яңы донъяға килгән  бәпәйҙәрен, әсәләренә күрһәтеп тә тормай. Юрғанға төрөп, сабыйҙарҙы айырым палатаға урынлаштыра. Балаларҙы үлсәп, йыуындырып, ҡулдарына бирка тағып, төрөп мәшәҡәтләнгән арала, үҙе лә абайламай, биркаларын алмаштырып таға. Шулай, яңылыштан, балалар буталып китә. Билдәле, шәфҡәт туташы сабыйҙарҙы насар уй менән алмаштырмай.

Юлай менән Зәйнәп сабыйҙарына – Гөлгөнә, ә Урал менән Йәнифә –  Альбина тип исем ҡуша.

Ваҡыт тиҙ үтә. Көҙ артынан ҡыш үтә, унан яҙ етә. Сабыйҙар үҫә, тәпәй баҫа. Тәтелдәп, телдәре асыла. Теремек ҡыҙҙар бер туғандай булып, бер-береһенән сығышмай тиерлек. Көндәре бергә үтә. Шулай бер заман күрше-тирә Гөлгөнәнең – Йәнифә апайҙар, ә Альбинаның Зәйнәп апайҙар яғына тартҡанын сырамыта. Был Йәнифә апайҙың күңеленә шик һала. Ул балаларҙы гел генә сағыштырып йөрөй башлай, күршеләренең ҡыҙын иренең һеңлеләренә оҡшата. Тора-бара ауылда таныш-тонош, дуҫ-иштәр ҙә ҡыҙҙарҙың буталыуына тамсы ла шикләнмәй.

Ҡыҙҙар өс йәш самаһына еткәс, ике ғаилә лә,  кәңәшләшеп, Өфөгә юллана. ДНК һөҙөмтәһе бөтөн шик-шөбһәгә нөктә ҡуя: сабыйҙар ысынлап та алмашынған!

Нисек кенә ауыр булмаһын, күршеләр, ҡыҙҙарҙы алмаштырып алалар, ә исем ҡағыҙын яңыртып тормайҙар. Хәҙер Гөлгөнә ­– Альбинаға, ә Альбина Гөлгөнәгә әүерелә.

Яйлап, ҡыҙҙар, үҙ атай-әсәйҙәренә өйрәнгәндәй була.

Ул ваҡытта өс йәштә генә булһа ла, Альбина барыһын да бик яҡшы хәтерләй. Күкрәк һөтөн имеҙгән күрше әсәһе л            ә,  туған әсәһе лә бик ғазаплана, көн дә илай. Бәләкәйҙән сос ҡыҙ үҙ әсәһенә: “Зәйнәб апай, иламағыҙ! Мин бит хәҙер һеҙҙең ҡыҙығыҙ булам, һеҙҙә йәшәйем. Минең исемем Гөлгөнә түгел, ә Альбина,” – тип, ололарса йыуатыу һүҙҙәре әйтә алған. Күрше генә йәшәгәнгәлер, яңы ғаиләгә эйәләшеү осоро еңел үтә.

Альбина менән Гөлгөнә бер синыфҡа уҡырға төшә, бер партала йәнәш ултыра. Хатта өйҙән алып килгән бер телем икмәкте лә бүлешеп ашайҙар. Тыуған көндәрен дә бергә үткәрәләр. Ҡыҙҙар тәүге әсәйҙәрен дә, үҙҙәренекен дә “әсәй” тип йөрөтә.

Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән күрше Йәнифә әсәһе: “Алла Пугачеваның “Миллион алһыу раузалар” йыры популяр ваҡыт. Альбинаға ике йәштәр тирәһе булғандыр. Һыйыр һауырға сығып киттем. Ул өйҙә тороп ҡалды. Инһәм, ни күрәм! Балам  телевизорҙы ҡабыҙған, өҫтөнә биш ҡат төрлө-төрлө күлдәген кейеп алған, концерт ҡуйып ята. Шул йырҙы бигерәк оҫта, моңло йырланы! Бәләкәйҙән ярҙамсыл булды. Иҙән йыуһам да, ҡашығаяҡ саяҡаһам да – яныма йүгереп килә. Иң бәхетле мәлдәр!” – тип, Альбинаның шуҡлыҡтарын әле лә иң бәхетле бер мәл кеүек кенә итеп хәтерләй.

    Йырсының һомғол, сибәр булыуының сере –  өйҙә махсус обруч менән шөғөлләнеү. Тик уның менән дөрөҫ шөғөлләнергә кәрәк икән. Гел бер яҡҡа ғына өйөрөлтһәң, эске ағзаларға зыян килеүе ихтимал. Шуға уң яҡҡа ла, һул яҡҡа ла бер тигеҙ өйөрөлтөргә кәрәк. Бит тиреһенә, даими рәүештә, бал, тоҙ һәм башҡа ҡул аҫтындағы тәбиғи продукциялар ҡатнашмаһынан төрлө битлектәр, кремдар ҡуллана. Диетаға килгәндә, ит, йәшелсә-емеште ярата. Альбина апайығыҙ, айлыҡ курстарға йөрөп, тегенсе һөнәрен дә үҙләштереп алған. Һоҡланғыс сәхнә костюмдары ла – үҙенең фантазия емеше.

Тәпәй баҫҡандан алып, “Миллион алһыу раузалар” йырын яратып йырлаһа ла, мәктәп йылдарында “йондоҙ” булып балҡымай. Шулай ҙа бала саҡтағы хыял-маҡсатын бер һүҙһеҙ тормошҡа ашыра Альбина Килдейәрова.

Уға киләсәктә эстрада күгендә үҙенсәлекле йондоҙ булып, тағы ла сағыуыраҡ балҡырға, ижад итергә яҙһын!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА. 

Автор:Зөбәржәт ЯҠУПОВА.
Читайте нас в