

Алдар Иҫәкәев — тархан, батыр, Бөрйән улусы башлығы, 1704-1711 йылдарҙа башҡорт ихтилалы етәксеһе, күренекле сәйәси эшмәкәр. Һәйкәл кенотаф символик ҡәбер кеүек эшләнгән, сөнки геройҙың ерләнгән урыны билдәһеҙ. Иҫтәлекле таш тирәләй беседка ҡуйылған.
«Ул үҙ халҡы өсөн ғүмерен фиҙа ҡылған. Алдар батыр исеме беҙҙең рухты артабан да күтәрер, балаларыбыҙҙа ла илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләр тип ышанам. Ошо изге эште башлап һәм атҡарып сыҡҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм. Илебеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ, халҡыбыҙ берҙәм булһын», — тип яҙҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, һәйкәл кенотаф — символик ҡәбер рәүешендә эшләнгән, сөнки батырҙы ерләнгән урыны билдәһеҙ.