

Башҡортостан етәкселеге ауыр хәлдәге күп балалы ғаиләләрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Республикала уларға ярҙам итеү өсөн төрлө акциялар һәм ярҙам саралары бар.
Мәҫәлән, Башҡортостанда мәктәп формаһы хаҡының бер өлөшө өсөн компенсация ҡаралған. Был ярҙамды I – XI класта уҡыған бала өсөн алырға була. Социаль түләү күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн. Льгота менән ике йылға бер файҙаланып торорға мөмкин. Компенсация алыр өсөн мәктәпкә льгота алыуға хоҡуғығыҙҙы дәлилләгән документ, мисәте булған тауар чегы кәрәк. Чекта мотлаҡ рәүештә мәктәп формаһы тип яҙылырға тейеш. Быйыл компенсация күләме 4489 һум тәшкил итә. Шулай уҡ тағы бер яңылыҡ: быйылдан компенсация алыр өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә була.
Тағы бер ярҙам төрө күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән һәм беренсе класҡа барған балаларға бирелә. Уларға канцелярия тауарҙары һалынған рюкзак бирелә. Сумка эсенә дәфтәрҙәр, көндәлек, төҫлө ҡағыҙҙар, пластилин, ручка, ҡәләмдәр, буяуҙар, альбом, пенал, линейка һәм башҡа әйберҙәр инә. Йыйылманың хаҡы – 3154 һум.
Уны алыр өсөн I класс уҡыусыһының ата-әсәһенә документтарҙы бала уҡыған мәктәпкә килтерергә кәрәк. Ғәҙәттә, ғариза яҙыу, паспорт, бөтә балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығын, ата-әсәнең һәм баланың СНИЛС-ын, ғаилә составы тураһында белешмә, ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуын раҫлаған белешмә күрһәтеү талап ителә.
Ярҙамдың тағы бер төрө – “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы. Теләгән һәр кем аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләргә мәктәпкә йыйынырға ярҙам итә ала.
Канцелярия тауарҙары, яҙыу һәм һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡ, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә, ә портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.
Йәй аҙағында ошо ярҙам халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. 2021 йылда аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе 7 185 ғаиләнән 11 568 бала 13 миллион һумдан ашыу ярҙам алды.
Мәктәп кәрәк-ярағын йыйыу “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола. Ярҙам һорап тап шунда мөрәжәғәт итергә мөмкин дә инде.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Тулы текст "Башҡортостан" гәзите сайтында
Рәзил Бикбулатов фотоһы