-4 °С
Облачно
Яңылыҡтар
9 Сентября 2022, 05:47

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәксеһе беҙҙең фильмда ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнашманы

Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» беренсе тулы метражлы башҡорт йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланып килә. Радий Хәбиров ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнаша тигән мәғлүмәт кисә интернетта таралған ине... «Башинформ» дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн «Муха» студияһы продюсерына мөрәжәғәт итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәксеһе беҙҙең фильмда ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнашманыҠыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәксеһе беҙҙең фильмда ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнашманы
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәксеһе беҙҙең фильмда ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнашманы

Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» беренсе тулы метражлы башҡорт йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланып килә. Уның өҫтөндә билдәле рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһы эшләй.

Ролдәрҙең береһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡый, тип яҙып сыҡты яңыраҡ бер нисә киң мәғлүмәт сараһы. «Башинформ» дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн «Муха» студияһы продюсеры Артур Абдрахмановҡа мөрәжәғәт итте.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәксеһе беҙҙең фильмда ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнашманы. Ул беҙҙең проекттың инициаторы булып тора, кемдер дөрөҫ аңламағандыр, моғайын, — тине продюсер. — Ролдәрҙе беҙҙең сәхнә йондоҙҙары — Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин), Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Фидан Ғафаров, Азамат Ғафаров, LUMEN төркөмө артистары, ВИА Чаппанан Илья Тавлияров, Руслан Ронич, Илнур Лоҡманов уҡып ишеттерҙе.

Йәнһүрәт башҡорттарҙың, «төньяҡ амурҙары»ның, XVIII быуат аҙағында рус-швед һуғышында ҡатнашыуына, шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған.

«Төньяҡ амурҙары»ның премьераһы декабрҙә күрһәтелә.

"Башинформ"

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәксеһе беҙҙең фильмда ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнашманы
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәксеһе беҙҙең фильмда ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнашманы
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас