+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
13 Сентября 2022, 05:15

Радий Хәбиров Учалыла 1225 урынлыҡ мәктәп һалған төҙөүселәрҙе маҡтаны

Мәктәп Башҡортостанда иң ҙурҙарының береһе булыр тип көтөлә.

Радий Хәбиров Учалыла 1225 урынлыҡ мәктәп һалған төҙөүселәрҙе маҡтаныРадий Хәбиров Учалыла 1225 урынлыҡ мәктәп һалған төҙөүселәрҙе маҡтаны
Радий Хәбиров Учалыла 1225 урынлыҡ мәктәп һалған төҙөүселәрҙе маҡтаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Учалыла төҙөлгән 1225 урынлыҡ яңы мәктәпте ҡорамалдар менән йыһазландырыу темптарын арттырырға ҡушты. Ул йома көндө эш сәфәре барышында ошо белем усағында булғанын да әйтте.

«Төҙөүселәрҙең бөтә эштәрҙе сифатлы башҡарғаны, сифатлы материалдар ҡулланғаны күренеп тора. Йыһаздар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Мәктәп балаларҙы ҡабул итергә әҙер», — тине республика етәксеһе.

18,3 мең квадрат метр майҙанлы дүрт ҡатлы мәктәптә тамашалар залы, ашхана, ике спорт залы, табип бүлмәһе, процедуралар, прививка яһау һәм стоматология кабинеттары, мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн пандустар, лифт бар.

Мәктәп Башҡортостанда иң ҙурҙарының береһе булыр тип көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-12/radiy-habirov-pohvalil-stroiteley-postroivshih-novuyu-shkolu-v-uchalah-na-1225-mest-2945059

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас