+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Сентября 2022, 04:30

Башҡортостан – Рәсәйҙең мәктәп туризмы программаһы башланған пилот төбәктәренең береһе

Радий Хәбиров республикала мәктәп туризмын үҫтереү программаһының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне.

Башҡортостан – Рәсәйҙең мәктәп туризмы программаһы башланған пилот төбәктәренең береһеБашҡортостан – Рәсәйҙең мәктәп туризмы программаһы башланған пилот төбәктәренең береһе
Башҡортостан – Рәсәйҙең мәктәп туризмы программаһы башланған пилот төбәктәренең береһе

Башҡортостан – Рәсәйҙең мәктәп туризмы программаһы башланған пилот төбәктәренең береһе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында уны тормошҡа ашырыу, уҡыусыларҙың тәүге сәфәрҙәре хаҡында яҙып сыҡты.

«Тәүге сәфәрҙәр ойошторолдо, тәьҫораттар яҡшы. Нуриман, Благовещен, Миәкә, Салауат  – балаларҙың бер өлөшө был райондарҙы беренсегә күрҙе. Улар ир-егеттәр монастырына, Павловка һыуһаҡлағысына, Ҡыҙыл Шишмәгә һәм башҡа күркәм урындарға барҙы», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Уҡыусыларҙың сәйәхәтен ойоштороу өсөн «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса Башҡортостанға федераль бюджеттан 55,5 миллион һум бүленде, тип билдәләне республика Башлығы. Ә республика ҡаҙнаһынан 22,2 миллион һум йүнәлтелде. Артабан ул балалар өсөн сәфәрҙе нисек ойошторорға кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө.

«Ғаризаны мәктәп һәм район мәғариф бүлеге әҙерләй. Ҡатнашыусылар –5-се, 9-сы класс уҡыусылары. Көндө, ваҡытты һәм маршрутты һайларға мөмкин. Сәфәрҙәр яҡшы ойошторолған, улар ике көнлөк, уҡыусылар өсөн бушлай. Беҙ берҙәм федераль реестрға ингән республика туроператорҙарын йәлеп иттек», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Сәйәхәттәр буйынса өҫтәмә мәғлүмәтте эш көндәрендә (347) 218-17-20 телефоны буйынса Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының туризм программаларын тормошҡа ашырыу бүлегендә алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2022-09-13/radiy-habirov-rasskazal-kak-v-bashkirii-realizuetsya-programma-razvitiya-shkolnogo-turizma-2946670

Автор:Роман Якимчук
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәренән
Автор:"Башинформ"
Читайте нас