Беренсе июндән беҙҙең гимназияла “Йәйләү” көндөҙгө ял лагеры
эшләй башланы. Унда беҙ төрлө саралар, байрамдар, ярыштар үткәрҙек.
Рәхәтләнеп ял иттек, һаулығыбыҙҙы нығыттыҡ.
Шулай уҡ мин Өфө ҡалаһында “Аврора” таланттар үҫтереү үҙәгендә
булдым. Унда беҙ төрлө эксперименттар эшләнек. Миңә микроскопҡа ҡарап
бер күҙәнәклеләрҙе эҙләү оҡшаны.
Ғаиләбеҙ менән Ғафури районындағы страус фермаһында,
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ю.Гагарин исемендәге паркта булдыҡ.
Август айында Өфө ҡалаһына барҙыҡ. Аквапаркта ял иттек. Кашкадан
паркындағы йырсы фонтандар менән һоҡландыҡ. Ағиҙел буйлап теплоходта
йөрөү бигерәк тә оҡшаны.
Ата- әсәйемә баҡса, йорт эштәрендә ярҙамлаштым.
Был йәй миңә бик оҡшаны. Киләһе йәй ҙә шулай уҡ күңелле үтер тип
ышанам.
Ғәлиевә Әлиә,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
5-се синыф уҡыусыһы