

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Белоруссиянан «Евровидение» конкурсанты Алена Ланская сығыш яһаясаҡ.
19, 20 һәм 21 сентябрҙә Өфө бөтә Рәсәйҙән һәм сит ил партнерҙарынан транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендәге профессионалдарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әүереләсәк. Беренсе «Төҙөлөш һәм транспорт» халыҡ-ара конгресы Рубежная урамы, 178-се йортта, Ворлдскилз чемпионаты майҙансығында үтәсәк. Конгресс программаһы бай эшлекле программанан, күргәҙмә өлөшөнән тора һәм, әлбиттә, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары форумдың мәҙәни-күңел асыу өлөшөн баһалаясаҡ.
«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы күргәҙмәһендә 100-ҙән ашыу уникаль коммуналь һәм юл техникаһы, 80-гә яҡын ретро-автомобиль күрһәтелә.