

2022-2023 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында 79 «шайморатовсылар» класы асылған. 2022 йылдың 13 сентябрендә «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә биреү үҙәгендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубокка «Йәйге шайморатовсылар уйындары» уҙғарылды.
Еңеүселәр Республика көнөндә Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу һәм «шайморатовсылар» сафына алыу тантанаһында ҡатнаша.