+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь , 11:21

Республикабыҙ уҡытыусыһы Бөтөн Рәсәй конкурсында «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеп сыҡты һәм «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы — 2022» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсында бишенсе урынды алды.

Республикабыҙ уҡытыусыһы Бөтөн Рәсәй конкурсында «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы
Республикабыҙ уҡытыусыһы Бөтөн Рәсәй конкурсында «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеп сыҡты һәм «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы — 2022» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсында бишенсе урынды алды. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

«Педагогик эшмәкәрлегенең күпселек өлөшөн Мирас Ишдәүләтов Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларҙа эшләне. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем бирҙе, артабан Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында, Өфөнөң 2-се шифаханаһындағы мәктәп-интернатта уҡытты, — тип яҙҙы министр. — Лайыҡлы, намыҫлы, яуаплы, белемле уҡытыусы. Уңышы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!»

Өфө ҡалаһы 107-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсының финалсылары иҫәбенә инде.

Ставрополь крайында уҙған конкурста илдең төрлө төбәктәренән 69 уҡытыусы ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-18/uchitel-iz-bashkirii-zavoeval-priz-zritelskih-simpatiy-na-vserossiyskom-konkurse-2954806

Автор:Ләйлә Аралбаева
Фото:Айбулат Хажиндың социаль селтәрҙәре
Автор:"Башинформ"
Читайте нас в