+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь , 12:50

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе

Карвинг - йәшелсә һәм емештәрҙән композицияларҙы декоратив ҡырҡыу, уны заман ресторандары ашнаҡсылары киң ҡуллана.

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе

17 сентябрҙә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Карвинг - йәшелсә һәм емештәрҙән композицияларҙы декоратив ҡырҡыу, уны заман ресторандары ашнаҡсылары киң ҡуллана.

Оҫталыҡ дәресен карвинг буйынса Мәскәүҙән махсус саҡырылған ҡунаҡ - халыҡ-ара, Рәсәй чемпионаттарынан куп тапҡыр призеры, донъя кубогының алтын миҙалын яулаусы, кулинария олимпиядаһының ике тапҡыр көмөш призеры, Абилимпикс чемпионатының баш тренеры һәм эксперты, стандарт буйынса WACK, НАК судьяһы - Олеся Юрова күрһәтте.

Мастер-класта студентар, уҡытыусылар, уҡытыу мастерҙары, Өфөнөң йәмәғәт туҡланыу предприятиеларының вәкилдәре һәм билдәле Өфө хужабикәләре балалары менән ҡатнашты.

Оҫталыҡ-дәресендә ҡатнашыусылар карвингты үҫтереүҙең заманса тенденциялары һәм йүнәлештәре менән танышты, композицияларҙы биҙәүҙең яңы техник алымдарын өйрәнде.

«Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы илдең иң яҡшы белгестәре ҡатнашлығында саралар ойоштора. Күптән түгел улар үҙ командаһын Мәскәү шоколад мәктәбендә уҡыттылар, әле Мәскәү экспертын саҡырҙылар. Был оҫталыҡ дәресендә студенттарҙы уҡытыуҙан тыш, уҡытыу мастерҙарынын, йәмәғәт туҡланыу предприятиелары поварҙарының квалификацияһын кутәреү, балалар өсөн профориентация уткәреү маҡтауға лайыҡ», - тип билдәләне республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Белешмә: Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы 1972 йылда барлыҡҡа килгән. Сауҙа, иҡтисад, бухгалтер иҫәбе, логистикала операция эшмәкәрлеге, банк, страховкалау эше, тауар өйрәнеү һәм ҡулланыу тауарҙары сифатына экспертиза, ер-милек мөнәсәбәттәре, ҡунаҡхана эше, туризм, ашнаҡсы һәм кондитер эше һөнәрҙәре буйынса кадрҙар әҙерләй. Һуңғы 2 йылда колледжда заманса стандарттар буйынса 6 оҫтахана асылған.

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында карвинг буйынса оҫталыҡ дәресе
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас в