+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь , 09:05

1000 велосипедсы төнөнә саҡыралар

Баш ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев өфөләрҙе 1000 велосипедсыны төнөнә саҡырҙы, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

1000 велосипедсы төнөнә саҡыралар
1000 велосипедсы төнөнә саҡыралар

Өфөлә 23 сентябрҙә «1000 велосипедсы төнө» велоуҙышы ойошторола. Был хаҡта бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Баш ҡала мэры халыҡты велоуҙышта әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Велоуҙыш «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда киске сәғәт 9-ҙа башлана, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, маршрут 7 саҡрым тәшкил итә. Веломарафонда ҡатнашыусылар өсөн ойоштороусылар интерактив майҙансыҡтар (ВелоПоло, фигуралы йөрөтөү, шулай уҡ мерч-палатка, фотозона) әҙерләй.

Велоуҙышта 14 йәштән өлкән велосипедсылар ҡатнаша ала. Теркәлеү бында.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас в