+13 °С
Ясно
Яңылыҡтар
28 Сентября 2022, 06:00

«Йыл ғаиләһе» фильмы XV «Алтын Феникс» фестивале призына лайыҡ

Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдең призын яуланы.

«Йыл ғаиләһе» фильмы XV «Алтын Феникс» фестивале призына лайыҡ«Йыл ғаиләһе» фильмы XV «Алтын Феникс» фестивале призына лайыҡ
«Йыл ғаиләһе» фильмы XV «Алтын Феникс» фестивале призына лайыҡ

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы актер-режиссерҙарҙың XV «Алтын Феникс» халыҡ-ара кинофестивалендә призға лайыҡ булды. Фестиваль 17–21 сентябрҙә Смоленскиҙа уҙҙы.

Камил Абдуллиндың эше фильм геройҙрының  үҙенсәлекле музыкаль характеристикаһы өсөн композитор Михаил Глинка исемендәге призды яуланы.

«Йыл ғаиләһе» фильмының сираттағы бүләге. Фильмдың композиторы —Камил Абдуллин, ул күптән баһалауға лайыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кинофестивалдәрҙә музыка өсөн приз һирәк тапшырыла. Мин уның өсөн бик шатмын, наградаһы менән ихлас ҡотлайым!» — тине Айнур Асҡаров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-27/film-aynura-askarova-semya-goda-zavoeval-priz-mezhdunarodnogo-kinofestivalya-2968215

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас