+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Сентября 2022, 04:31

Ҡабаҡтар ғаиләһе

Дуҫтар, ә һеҙ беләһегеҙме ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заттарын? Белмәһәгеҙ әйҙәгеҙ әле ҡарап китәйек. Баҡ тиһәң ҡабаҡтарҙың 20‑гә яҡын төрө билдәле икән. Улар Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда ҡаты тышлы һәм эре емешле ҡабаҡтар  үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Ҡаты тышлы ҡабаҡ һабағы ҡырлы, бураҙналы. Япрағы биш айырсалы, тәрән ҡырҡылған, осло ҡалаҡсалы, ҡуйы йәшел төҫтә. Сәскәһе эре, һары төҫтә. Июндә сәскә ата. Емеше — овал, тумалаҡ йәки оҙонса. Орлоғо овал, асыҡ тирәсле, аҡ, һарғылт аҡ. Япрағы бөрө һымаҡ йәки бер аҙ уйымлы, биш тупаҡ ҡыҫҡа ҡалаҡсалы. Сәскәһе эре, һары төҫтә. Уның емешенең составында 8—10% шәкәр, 1,7% аҡһым, С, Е, В төркөмө витаминдары; каротин, кислоталар, микроэлементтар һ.б. бар; орлоғонда 30—40% май була. (Дауамын сайтҡа кереп уҡырға)

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡабаҡтар ғаиләһеҠабаҡтар ғаиләһе
Ҡабаҡтар ғаиләһе

Ашҡабаҡтың уртаса ҙурлыҡта булғанын һәм ҡырауҙарға тиклем, ҡоро көндә йыйып алынғанын һаҡларға кәрәк. Ныҡ өлгөргән йәшелсәне һаҡларға һалмағыҙ. Сөнки ул артабан бешеүен дауам итәсәк, ә ҡырҡҡанда уның ҡабығы үтә ныҡ ҡаты, ашауға ла тәмһеҙ буласаҡ.

Патиссон йәки Ялпаҡ ҡабаҡ — Ҡабаҡ һымаҡтар  ғаиләһенән бер йыллыҡ үлән үҫемлек, ябай ҡабаҡтың бер төрө. Патиссондаҙы йылы һәм ҡарараҡ урындарҙа һаҡларға кәрәк. Иң мөһиме йәшелсәләрҙең  бер-береһенә ҡағылмауы.

Ташҡабаҡты мотлаҡ ҡоро көндә йыйып алырға һәм киптерергә кәрәк. Баҙҙа ҡабаҡты һабағы менән өҫкә һалып, бер-береһенә төкөтмәй генә һаҡларға кәрәк. Шулай уҡ уларҙы сеткаларға элеп ҡуйырға ла була. Әгәр ҡабаҡты балконда һаҡлаһағыҙ, унда температура 2 градус йылылыҡтан төшмәҫкә тейеш һәм йәшелсәләрҙең өҫтөн ябып ҡуйырға кәрәк.

Йәшелсә һәм еләк-емештәрҙе витаминдар ҡыш дауамында һаҡланһын, тиһәгеҙ, уны туңдырып ҡуйыу ҙа  бик отошло. Баклажан, кишер, татлы борос, йәшел борсаҡ, брокколи, брюссель кәбеҫтәһе, укроп һәм башҡа йәшел тәмләткестәр — һәрбереһен айырым туңдырырға мөмкин. Ҡыш көнө магазиндан өс тапҡырға ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып алған йәшелсәләргә ҡарағанда, уларҙың витаминдары яҡшыраҡ һаҡлана.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас