Республика көнө айҡанлы Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «артыҡ» ял көнө көтә.
Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, 1992 йылдың 27 февралендәге «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» республика законына ярашлы, 11 октябрь — Республика көнө — БАССР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителгән көн — байрам көнө булып тора.
Быйыл 11 октябрь шишәмбегә тура килә. Дүшәмбе, 10 октябрҙә, эш оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.