+1 °С
Ясно
Яңылыҡтар
10 Октября 2022, 05:06

Көләмәстәр

Йоморикмак (колобок) йыуынған, әммә башын йыуырға онотҡан...

Добавить в предпочтительные источники Google
КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

Википедия: “Мин барыһын да беләм”

Гугл: “Мин бөтөн тәмә табам!”

Интернет: “Минһеҙ һеҙ бер нимә лә эшләй алмайһығыҙ!”

Электр энергияһы (ғорур ғына): “Тс-с-с, шауламағыҙ әле...”.

***

Атаһы 5 йәшлек улынан:

–  Балалар баҡсаһында ла шулай һуғышаһыңмы? – тип һорай.

–  Эйе.

–  Ә кем еңә?

–  Тәрбиәсе.

***

–  Марат, икене икегә ҡабатлаһаң, нисә була? – тип һорай апаһы ҡустыһынан.

–  Дүрт.

–  Дөрөҫ. Мә һиңә шуның өсөн дүрт кәнфит.

–  Их, белгән булһам, «ун алты» тип әйтер инем, – тип үкенгән Марат.

***

– Алло, сәләм, һин ҡайҙа?

–  Мин өйҙә. Ә һин?

–  Ә мин һинең менән бер автобуста китеп барам.

***

Йоморикмак (колобок) йыуынған, әммә башын йыуырға онотҡан...

***

Бер малай ағас башына менеп бара, аҫтан уның дуҫы ҡыскыра...

–  Һин ул ағаста нимә ҡарайһың?

– Алма ашайым.

– Алйот,  ул бит ҡайын!

– Үҙең һин алйот, минең алмам кәҫәмдә!

Көләмәстәр
Көләмәстәр
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас