

Идея бер үк образға бер нисә тарихты, кешеләрҙе, ваҡиғаларҙы, дәүерҙәрҙе берләштерә. Беренсенән, был бер кешенең ҙур тарихы – Миңлеғәле Шайморатовтың тарихы. Уның шәхесен, рухын аңлар өсөн беҙ уның тыуған төйәгендә – Ҡырмыҫҡалы районында булдыҡ, уның менән бәйле бик күп материалдарҙы өйрәндек. Шулай уҡ, уйыбыҙса, һәйкәл башҡорт халҡының еңелмәҫ рухын, яугирҙе символлаштырырға тейеш, һәм беҙ кавалерия, Бөйөк Ватан һуғышы һәм бынан алдағы дәүерҙәрҙең тарихына сумдыҡ. Беҙ тарихи ваҡиғаларҙы – 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында Парижға ингән башҡорт атлыларын хәтергә төшөрҙөк. Һәм әлбиттә, беҙҙә башҡорт эпосы һәм тарихы геройҙары - Урал батыр, Салауат Юлаев, боронғо башҡорт йолалары, халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғеле бар. Тамырҙар, күсмә халыҡтар, халыҡ ҡиммәттәре, хәрби батырлыҡ кеүек ҙур тематикаһы барлыҡҡа килде. Был скульптура тематикаһында ла сағылыш тапты, унда боронғо осорҙан алып 21 быуатҡа тиклемге төрлө дәүерҙәр сағылдырылған.