

Һәр ваҡыт яҡшы уҡырмын,
Аҡыллы мин булырмын.
Тормошта рәхәт йәшәргә
Һәр саҡта тырышырмын.
Заһит Мостафин,
5 - се класс уҡыусыһы
Минең атайым уңған,
Егәрле лә, батыр ҙа.
Изге күңелле лә ул
Ғаиләбеҙгә, һәр кемгә.
Диана Йәғәфәрова,
5-се класс уҡыусыһы
Олатайым минең көслө,
Эшсән дә ул, ярҙамсыл.
Ҙур итеп йорттар һалған,
Оҫта ла ул, ҡунаҡсыл.
Дилә Медаева, 5-се класс уҡыусыһы
Атайым минең
Бик тә егәрле.
Һәр эштәрендә
Ул данлы, сәмле.
Нурия Хәйбуллина,
5-се класс уҡыусыһы
Атайыма рәхмәтлемен,
Мине үҫтергәненә,
Һәр ваҡытта күңелен биреп,
Эшкә өйрәткәненә.
Алмаз Хәйбуллин, 5-се класс уҡыусыһы
Атайым минең -
Терәк ул өйөбөҙҙә.
Шундай тырыш, бик көслө,
Шәп ул ил -йортобоҙҙа.
Илүзә Вәлитова,
5-се класс уҡыусыһы
Олатайым бына тигән!
Намыҫлы кеше лә ул.
Ниндәй эшкә тотонһа ла,
Бик тә шәп эшсе лә ул.
Һәр саҡ яҡшы кәңәш бирә,
Теүәллек хас үҙенә.
Шуға күрә ул миңә
Изгелекле күренә.
Лиана Исхаҡова,
5-се класс уҡыусыһы
Атайым батыр булған,
Хеҙмәт иткән әрмелә.
Атайымды ныҡ яратам,
Һәр кеше хөрмәт итә.
Минзиә Вәлитова,
5-се класс уҡыусыһы
Атайым менән
Мин ғорурланам.
Ниндәй эшкә тотонһа ла
Һәр эшкә лә ул маһир.
Илназ Исмаҡов,
6-сы класс уҡыусыһы
Атайым бик егәрле,
Һөнәре уның –фермер.
Уға мин һәр ваҡытта ла
Ярҙам итергә әҙер.
Сәлим Ҡарасурин,6-сы класс уҡыусыһы
Олатайымдың эше күп,
Ҡышҡа утын әҙерләй.
Йәй буйы бесән эшләп ул
Малдарға аҙыҡ туплай.
Егәрле олатайымды
Беҙ ҙә бик яратабыҙ.
Байрамы менән уны
Бөгөн тәбриҡ итәбеҙ.
Эльвина Ишбаева,
5-се класс уҡыусыһы