

Бөтөн синыф менән "Аманат"ҡа яҙылып, акцияға ҡушылыусы синыфтарҙың фотоларын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһының бөтөн синыф менән 2023 йылдың 1-се яртыһына "Аманат" журналына яҙылыусы 6-сы "А" синыфы бүләкләнә (синыф етәксеһе - Алиса Миндиәхмәт ҡыҙы Мәҡсүтова.) Бөрйән районы Байназар мәктәбенең бөтөн синыф менән 2023 йылдың 1-се яртыһына "Аманат" журналына яҙылыусы 4-се "А" синыфы бүләкләнә (синыф етәксеһе Айгөл Әнүәр ҡыҙы Ғәлиуллина).
Ҡәҙерле дуҫтар! "Аманат"ҡа яҙылыу бер ваҡытта ла һуң түгел! Вәғәҙә итеүебеҙсә, был акцияларҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре ебәрәсәкбеҙ, уларҙың фотолары журнал биттәрен биҙәйәсәк.