+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Октября 2022, 05:13

Ике дуҫ.

Борон-борон заманда йәшәгән, ти Тейен менән Әлгәнйәк. Улар ныҡ яҡын дуҫ булған. Бөтә эште бергә эшләп, татыу йәшәгәндәр, ти. Буш ваҡытта улар йәшенмәк уйнаған, сәтләүек сирткән, йырлағандар, бейегәндәр, арыһалар ял итеп тә алғандар. Урмандағы барлыҡ йәнлектәр уларға ҡарап һоҡланған, өлгө алған. (Дауамын  сайтҡа кереп уҡығыҙ)

Ике дуҫ.Ике дуҫ.
Ике дуҫ.

Шулай көндәр үтә торған. Ҡышҡа әҙерләнергә ваҡыт та килеп еткән.

− Әйҙә, дуҫҡайым, ҡышҡа әҙерләнәйек, быйылғы ҡыш һыуыҡ булла тиҙәр, аҙыҡ күп кәрәк булыр, − тигән Тейен.

− Ваҡыт бар бит әле, − тигән бошмаҫ Әлгәнйәк.

− Һәр эштең − үҙ мәле, − тип яуап ҡайтарған Тейен.

− Ярай, улайһа! − тип килешкән Әлгәнйәк.

Ҡышҡа әҙерләнеү , ысынлап та еңел эш түгел, сәтләүек, бәшмәк, тубырсыҡ йыйырға кәрәк. Шулай итеп, дуҫтар дәррәү генә эшкә тотонған. Әлгәнйәк бик тиҙ арыған был эштән. “Ялҡытты был эш, уйнап та, йырлап та булмай”, − тип хәйлә уйлай башлаған. Тейен йоҡлаған арала, ул урмандан япраҡтар килтергән дә ҡыуыш эсенә тултырған. Ә өҫтөнә сәтләүектәр һалған. Тейен был хәйләкәрлекте һиҙмәгән, ҡышҡы запас тиҙ тулғанға шатланған ғына.

Ҡыш еткән. Әлгәнйәк үҙенең хатаһын аңлап, дуҫына барыһын да һөйләргә булған. Тейен, иғтибар менән тыңлаған да былай тигән:

− Ысын дуҫтар алдашмайҙар, бер-береһенә ярҙам итәләр.

− Ғәфү ит мине, зинһар! Минең һинән дә яҡын дуҫым юҡ, –тип

илаған ул.

Тейен шул тиклем изгелекле булған, ҡыуып сығара алмаған, ғәфү иткән Әлгәнйәкте. Егәрле тейен запаслы булған шул , шуға улар һыуыҡ ҡышты еңеп сыҡҡандар.

Шамил Аҫылбаев.

Өфө ҡалаһынң 232-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе.

Етәксеһе: Аҫылбаева Гүзәл Әғзәр ҡыҙы.

Автор:Шамил Аҫылбаев.
Читайте нас