+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
27 Октября 2022, 14:14

Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенәНоғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә
Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә

Өфөлә күренекле башҡорт прозаигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусинға мемориаль таҡтаташ асылды.

Таҡтаташ 1983-2021 йылдарҙа яҙыусы йәшәгән йортҡа (Менделеев урамындағы 7/1) ҡуйылған. Таҡтаташҡа Ноғман Мусиндың портреты төшөрөлгән һәм уның иң популяр романдарының береһенең исеме — «Мин — мәңгелек урман» тигән һүҙҙәр яҙылған.

Сараға яҙыусының туғандары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары, журналистар йыйылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ноғман Мусин бер йыл элек, 31 октябрҙә, ауырып донъя ҡуйҙы. Бынан алдараҡ ул йәйгеһен үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-26/v-ufe-otkrylas-memorialnaya-doska-narodnomu-pisatelyu-bashkortostana-nugumanu-musinu-3003922

Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә
Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә
Автор:"Башинформ"
Читайте нас