

Бөгөн иң яҡын,иң яғымлы кешеләребеҙҙең көнө.Йылы ҡосағында һәр саҡ һаҡлау, яҡлау тапҡан, иң тәмле бәлеш, мәмәйҙәре менән һыйлаған, йомшаҡ бейәләй, ойоҡбаштарынан өҙмәгән, иң яғымлы ҡарашлы өләсәйҙәр һәм һәр саҡ һине тура юлға баҫтырыр, аҡыллы ла фәһемле лә шелтәләп алған, иң көслө ҡулдарында күккә сөйөп яратҡан олатайҙарыбыҙҙы ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәйек.
Наҙлы, иркә, тәртипле, аҡыллы, тыңлаусан, ипле,итәғәтле, мөләйем, инсафлы, иманлы балалар өләсәй һәм олатай тәрбиәһе булышлығында үҫә.
Байрамығыҙ менән, яҡындарыбыҙ.