Бүләкләү тантанаһына республика этабы еңеүселәре һәп призерҙары килде. Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларынан30-ҙан ашыу уҡыусы һәм фольклор коллективтары саҡырылған. 2022 йылда конкурста 25 район һәм 5 ҡала, шулай уҡ республикабыҙҙағы гимназия һәм лицейҙарынан 136 уҡыусы ҡатнашты.
2022 йылда конкурстың еңеүсеһе тип Ишембай районының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова билдәләнде. Ул конкурста 6-сы синыфтан алып ҡатнаша икән. Ғәлиә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Дипломы менән һәм 7000 һум аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Шулай уҡ XXIV Республика йәш сәсәндәр һәм "Урал батыр"ҡобайырын яттан һөйләүселәр конкурсында "Иң яҡшы ир-егет" образы номинацияһында еңеүсе Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡоорт гимназияһы уҡыусыһы Ильяс Шаһиязданов "Аманат" журналының махсус бүләге менән бүләкләнде.